+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Март 2025, 07:30

Һауа торошо боҙола

Алдағы өс көндә Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йома, бөнөн, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6°.

Һауа торошо боҙолаҺауа торошо боҙола
Һауа торошо боҙола

Шәмбе, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, төньяҡтан айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ 0, +5°.

Йәкшәмбе, 23 мартта, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13° тиклем, көндөҙ +1, +6°.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас