+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Апрель 2025, 09:00

Балалы ғаиләләрҙе яңы түләү көтә

Бер йылдан балалы ғаиләләр 2025 йылда түләнгән һалымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара аласаҡ. Был хаҡта Михаил Мишустин хөкүмәттең йыллыҡ отчетында иғлан иткәйне. Ул балалы ғаиләләр йыл һайын 90 мең һум самаһы аҡсаны ҡайтара алыуын әйткән. «2026 йылдың июненән ике һәм унан күберәк балалы эшләүсе ата — әсәләр йыл һайын түләүҙе рәсмиләштерә аласаҡ яңы механизм эшләй башлаясаҡ»,- тип билдәләгән премьер-министр.

Балалы ғаиләләрҙе яңы түләү көтәБалалы ғаиләләрҙе яңы түләү көтә
Балалы ғаиләләрҙе яңы түләү көтә

Йәшәү минимумы — граждандарҙың йәшәүен тәьмин итеү өсөн кәрәкле минималь килем суммаһы. Был күрһәткесте йыл һайын хөкүмәт билдәләй. Рәсәй буйынса 2024 йылда уның күләме уртаса 15 453 һум тәшкил итә. 2025 йылда йәшәү минимумы 17 733-кә тиклем күтәреләсәк. Әммә төрлө төбәктә был сумма төрлөсә. Мишустин әйтеүенсә, бындай түләү күләме ата-әсәләр түләгән НДФЛ-дың яртыһынан ашыуын тәшкил итәсәк. Балалары 18 йәшкә етмәгән (йәки уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклем) ата-әсәләр уға иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта был түләмде алыу башҡа түләүҙәргә йоғонто яһамай.

 

Автор:
Читайте нас