+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
16 Апрель 2025, 04:00

50 йәшендә әсәй булған

Ошо көндәрҙә Республика клиник перинаталь үҙәгендә ҡыуаныслы ваҡиға теркәлгән: Өфөлә йәшәүсе 50 йәшлек ханым беренсе тапҡыр әсәй булған. Үҙенең ғәҙәти булмаған пациенткаһы хаҡында танылған Өфө акушер-гинекологы Станислав Иваха телеграм-каналында һөйләгән. Бала табыу тәбиғи юл менән, бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡһыҙ тамамланған: 2,5 килограммдан саҡ ҡына кәмерәк ир бала донъяға килгән.

50 йәшендә әсәй булған50 йәшендә әсәй булған
50 йәшендә әсәй булған

ЭКО һөҙөмтәһендә яһалған бала үҙ ваҡытында тыуған. Әсә менән сабыйҙың хәле һәйбәт.  Иваха үҙен “ҡарт бала табыусы” йәки “беренсе бала табыусы ҡарт ҡатын-ҡыҙ” тип һанаусыларға мөрәжәғәт иткән. Ул 50-нән һуң тормош бөтә тип уйламаҫҡа һәм дөрөҫ һөҙөмтәләр яһарға кәңәш итә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ә табибтарҙың бурысы – ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр хеҙмәттә ярҙам итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү”.

Фото: С. Иваханың телеграм-каналынан

Автор:
Читайте нас