+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Май 2025, 06:00

Бөгөн - элеккесә Матбуғат көнө.

Уның тарихы ошолай: 1912 йылдың  5 майында «Правда» гәзитенең беренсе һаны сыға. Гәзиттең 10 йыллығы айҡанлы Владимир Ильич Лениндың мәҡәләһе донъя күрә. Унда совет матбуғаты  тап ошо көндә барлыҡҡа килгән, тип белдерелә. Әммә Советтар Союзы тарҡалғас, 1991 йылда Президент Борис Николаевич Ельцин Указына ярашлы, был дата үҙгәртелә. Рәсәй матбуғаты көнөн 13 ғинуарҙа билдәләйбеҙ.

Бөгөн - элеккесә Матбуғат көнө.Бөгөн - элеккесә Матбуғат көнө.
Бөгөн - элеккесә Матбуғат көнө.

Әйткәндәй,  Белоруссияла 5 май — Матбуғат көнө, ул  рәсми байрам булып ҡалған.

Һөнәри байрам менән барлыҡ журналистарҙы, матбуғат хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: https://ya.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас