

“Китап” нәшриәте Рәсәйҙә милли китаптар баҫтырыу буйынса алдынғы урында бара. Ул бөтә стандарттарға ла яуап биргән, хаҡы ла ҡиммәт булмаған баҫмалар сығара. Былтыр нәшриәт 16 наградаға лайыҡ булған. Бындағы эштең төп маҡсаты – республика халҡын сифатлы милли әҙәбиәт менән тәьмин итеү.
Баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә урынлашҡан “Китап” магазинының сауҙа залы ғына түгел, заманса йыһазландырылған майҙансығы ла бар. Бында төрлө әҙәби кисәләр үтә. Бер йыл эсендә генә лә бында 80 сара үткәрелгән.
Башҡортостан китаптарын Рәсәйҙә лә, сит тарафтарҙа ла үҙ итәләр. Башҡа нәшриәтттәрҙә китабы донъя күргән авторҙар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмай. Быға асыҡ миҫал – тиҙҙән “Китап” магазинында Мөнир Ҡунафиндың АСТ нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Я вышел из боя живым» китабын да күрергә була.
Фото: «Башинформ».