+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Мая 2025, 05:35

Мәрйәм Бураҡаева – "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы"

Кисә баш ҡалабыҙҙа үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында Мәрйәм Бураҡаеваға маҡтаулы исем бирелде.  Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан ҡыҙы, сценарист һәм яҙыусы Зөһрә Бураҡаева алды. Мәрйәм апайҙы ихлас күңелдән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Мәрйәм Бураҡаева  –  "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы"Мәрйәм Бураҡаева  –  "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы"
Мәрйәм Бураҡаева – "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы"

Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, педагог, "Йәйләү” лагерының махсус програм­маһы һәм "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре авторы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Зәйнәб Биишева (2002), Рәми Ғарипов (2005) исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2023).

 

Автор:
Читайте нас