

«Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бигерәк тә Алыҫ Көнсығышта: Чукоткала, Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә, Камчаткала, Сахалинда һәм Якутстандың көньяҡ-көнсығышында эҫелек көтөлә. Шулай уҡ, 2024 йыл менән сағыштырғанда, Көньяҡ һәм Урта Уралда, Ямал-Ненец һәм Ненец автономиялы округтарында эҫе һауа торошо фаразлана», – тиелә прогнозда.
Былтыр йәй Башҡортостанда ямғырлы блды. Һуңғы 30 йылда 2024 йылдың июле республикабыҙҙа ямғырҙар буйынса рекорд ҡуйҙы, тип белдерҙеләр Башгидрометта. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа 2,5 айлыҡ норма (251%) яуған. Яуым-төшөм күләме 142 миллиметр тәшкил иткән.
Фото: башинформ
https://bash.bashinform.ru/news/social/2025-05-22/bash-ortostanda-y-y-anomal-e-e-m-oro-bula-meteorologtar-4245952