+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
30 Май 2025, 10:45

Туғандарын ерләргә китеп барғандар...

Ошо көндәрҙә Һамар өлкәһенең Сызрань районында, М5 трассаһында ҡот осҡос авария булды: юлда “Мерседес” йөк машинаһы менән “Форд” еңел автомобиле бәрелешә. “Форд”та ултырған өс яҡташыбыҙ ҙа авария урынында һәләк була, йөк машинаһы водителе лә йәрәхәттәр ала.

Туғандарын ерләргә китеп барғандар...Туғандарын ерләргә китеп барғандар...
Туғандарын ерләргә китеп барғандар...

“КП-Өфө” баҫмаһы асыҡлауынса, “Форд”та 59 йәшлек Өфөнөң 157-се мәктәбе директоры урынбаҫары Татьяна Краснова, уның 79 йәшлек әсәһе һәм рулдә булған туғаны ултырған була. Ғаилә Һамар өлкәһенә яҡын кешеләрен ерләргә китеп барған.

Авария ныҡ көслө була, фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, “Форд” бер нисә өлөшкә бүлгеләнгән, ә моторы ысҡынып сығып осҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең тере ҡалырға бер мөмкинлеге лә булмаған шул.

Өфөнөң 157-се мәктәбе уҡытыусыһы Татьяна Краснованы Инорс биҫтәһенән күп балалар һәм уларҙың ата-әсәләре белә һәм ярата. 30 йылдан ашыу ул мәғариф системаһында эшләй, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай, логопед булараҡ дәрестәр алып бара, ә һуңынан мәктәптең уҡыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Татьяна Анатольевнаның әсәһе һәм туғанының һәләк булыуы менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен социаль селтәрҙә уның йөҙләгән коллегаһы, элекке уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәйҙәре белдерҙе. Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр хәбәр итеүенсә, 28 майҙа уҡытыусы бер нисә тиҫтә йыл эшләгән 157-се мәктәптә уның иҫтәлегенә мемориал ҡуйылған.

- Ул бик яҡшы уҡытыусы булды. Уның эш стажы 30 йылдан ашыу, балалар уны бик ярата, ә ата-әсәләр уны педагог һәм кеше булараҡ хөрмәт итә ине. Татьяна Анатольевна сәйәхәт итергә яратты. Уҡыусылары менән Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына экскурсияларға даими сығыштар ойоштора торғайны, - тип хәтерләй уҡыусыларыц.

Мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә Татьяна Краснованың ғаиләһенә тиҫтәләгән элекке уҡыусылары һәм хәҙерге уҡыусылары ҡайғы уртаҡлашыу белдерә.

Әлегә аварияның аныҡ сәбәптәре билдәле түгел. Һамар полицияһы уны тикшерә, прокуратура үҙ контроленә алған.

Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "КП-Өфө". 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-05-30/re-tu-andaryn-erl-rg-kitep-bar-an-4255999

Автор:
Читайте нас