

— Беҙҙә китапханалары булған дүрт ҡышҡы баҡса бар: икешәр - балалар һәм өлкәндәр бүлегендә. Алынған баҫмаларҙы йәш категориялары буйынса айырабыҙ. Ҡайһы ваҡыт пациенттар китапҡа шул тиклем үтеп инә, уны үҙҙәре менән алырға рөхсәт һорайҙар. Шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт яңылары кәрәк. Беҙ даими рәүештә үҙебеҙҙең китап фондын тулыландырабыҙ, - тип һөйләне «Өфө хосписы» франдрайзеры Руфина Боҫҡонова.
Бынан тыш, бүләктәр «Бала саҡ» ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгенә, «Радуга» һәм социаль коррекцион ярҙам үҙәгенә, Учалының «Ғаилә» үҙәгенә, Өфөнәң «Бергә» ғаилә үҙәгенә, «Үҙенсәлекле балалар» ҡаты ауырыған сабыйҙарға ярҙам итеү хәйриә фондына, Күгәрсен районының «Самрау» ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгенә һәм башҡаларға тапшырылды.
Фото: https://omet-rb.com/