

Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыу тантанаһы 28 июндә була. Халыҡ артисын иҫкә алыу өсөн башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша.
Фән Вәлиәхмәтов 2024 арабыҙҙан китте. Уға 74 йәш ине.
Фән Вәлиәхмәтов 2013 йылда Шаран районының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Уның таланты һәм хеҙмәте тыуған районында юғары баһа алды. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2007) халыҡ артисы, БАССР-ҙың (1989) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәре бар. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артисты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.