+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Июля 2025, 07:30

Балаларығыҙға матай һатып алыр алдынан ҡат-ҡат уйлағыҙ!

Үткән көн Ҡалтасы районында ҡурҡыныс авария теркәлгән. Унда Яңауыл үҫмерҙәре питбайк  менән «Лада Гранта» автомобиленә  бәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 14 йәшлек үҫмерҙәр вафат була. 19 йәшлек машина водителе юл ситенән сығып китә, ул -  иҫән.

Балаларығыҙға матай һатып алыр алдынан ҡат-ҡат уйлағыҙ!Балаларығыҙға матай һатып алыр алдынан ҡат-ҡат уйлағыҙ!
Балаларығыҙға матай һатып алыр алдынан ҡат-ҡат уйлағыҙ!

Икеһе лә имен ғаиләлә үҫкән үҫмерҙәр йәйге каникулды туғандарында үткәргән була.  Яңауыл егетенә атаһы питбайкты былтыр уҡ бүләк иткән. Олаталары юлға сыҡмай, баҫыу һәм ауыл юлдары буйлап ҡына йөрөргә рөхсәт биргән. Ике дуҫ бергәләп, оло йәштәге кешенең өгөт-нәсихәттәрен онотоп, йәнле магистралгә юллана. Водитель шлемында GoPro экшн-камераһы ҡуйылған була.  Малайҙарҙың тиҙ йөрөүҙәрен видеоға төшөрөргә теләүҙәрен фаразларға ғына мөмкин инде хәҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәфәр фажиғә менән тамамлана. Үҫмерҙәр ҡаршы машина юлына барып сыға.  Бәрелеш бик көслө була, балалар ҡот осҡос үлемесле йәрәхәттәр алған. 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас