Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2 июлдә төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +19, +24°.