

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, профилле ведомство менән студент ғаиләһенә ярҙам итеү стандарттары эшләнгән дә инде. Мәҫәлән, студент ғаиләһенә тулай тораҡта айырым бүлмә биреү, түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсереү, сабыйҙарҙы ҡараусы янында ҡалдырыу мөмкинлеге биреүсе әсә һәм бала бүлмәләре булдырыу һәм башҡалар.
Документҡа ярашлы, колледждарҙа йәки юғары уҡыу йорттарында уҡыусы балалары булған йәш ғаиләләр йәки 35 йәшкә тиклемге берҙән-бер ата-әсә студент ғаиләһе тип һаналасаҡ.