

Был хаҡтағы ҡарарҙы Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңнеханов 14 июль көндө имзалаған. "Был хәбәрҙе ишеткәс, әлбиттә бик ҡыуандым, сөнки әлеге исемде ҙур дәрәжәгә еткән, тәжрибәле артистарға ғына бирәләр ине. Һөйөндөм, Татарстан Республикаһы Рәйесенә, яҡындарыма ҙур рәхмәт!" – тип Әлиә шатлығы менән бүлешкән. Яҡташыбыҙҙы беҙ ҙә ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Фото: tnv.ru