+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Август 2025, 05:10

Эҫе көндәр кире ҡайта

 Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +30 градусҡаса күтәреләсәк. Бындай һауа торошо күпме дауам итер?

Эҫе көндәр кире ҡайтаЭҫе көндәр кире ҡайта
Эҫе көндәр кире ҡайта

Киләһе өс көндә яуым-төшөм көтөлмәй. Ә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙна ла эҫе һәм ҡояшлы буласаҡ. Фобос үҙәге оҙайлы һауа торошон фаразлайСиноптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала 10 авгусҡа тиклем эҫе торасаҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +30 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡайһы бер көндәрҙә урыны менән йәшен фаразлана.

Ә бына августың икенсе декадаһы һалҡын була. Һауа температураһы +21, +24 градусҡаса түбәнәйә. Ямғырҙар аҙ яуасаҡӘ айҙың өсөнсө декадаһында хатта һыуыҡ буласаҡТермометр бағанаһы +8, +14 градусҡа тиклем төшәсәк. Һауаның максималь температураһы 31 августа — +22 градус булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр етерлекАвгусҡа ҡарата Рәсәй Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (+17,2 градус тирәһе). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (45-65 миллиметр) тип күҙаллана.

Фото: imerica.ru

Автор:
Читайте нас