

Магнит дауылы күпселек кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырмай. Әммә стрессҡа дусар булғандар йәки йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән проблемалары булғандар көсһөҙлөк, баш ауыртыуын тоясаҡ. Магнит дауылдары техниканың, электр ҡорамалдарының эшенә йоғонто яһай, мәҫәлән, көслө көсөргәнеш һикереүенә килтерә.