+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Август 2025, 06:15

Аптырап ҡалмағыҙ!

Башҡортостан халҡы Дәүләт хеҙмәттәренән үҙе тураһында хәрби иҫәптең берҙәм реестрына индереү тураһында мәғлүмәт ала. Был хәбәр нимә аңлата һәм уға нисек ҡарарға?

Аптырап ҡалмағыҙ!Аптырап ҡалмағыҙ!
Аптырап ҡалмағыҙ!

Был ниндәй реестр?

Ошо йылдан Рәсәйҙә хәрби иҫәптең электрон реестры эшләй башланы. Был хәрби бурыслыларҙы иҫәпкә ҡуйған һәм граждандар тураһында мәғлүмәте актуалләштергән мәғлүмәт базаһы. Ул базаға бары тик Оборона Министрлығы ғына инә ала. Резервтағыларҙы ашығыс рәүештә хәрби комиссариатҡа саҡырырға кәрәк булғанда (был мотлаҡ мобилизация түгел, уларҙы даими рәүештә йыйындарға һәм медицина тикшереүҙәренә йыялар), заманса технологиялар ярҙамында Дәүләт хеҙмәттәре аша башҡарыласаҡ. Быға тиклем хәрби бурысы булғандар тураһында мәғлүмәт яҙма рәүештә һаҡланған, ә хәҙер электрон форматта ла буласаҡ, халыҡҡа ана шул мәғлүмәттәрҙе хәрби комиссариат базаһына күсергәндәр, тигән белдереүҙәр килә.

Әгәр шундай белдереү хәбәр алһаң, нимә эшләргә?

Бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Был саҡырыу ҙа, эш итеү өсөн нигеҙ ҙә түгел. Бары тик мәғлүмәт характерында һәм һеҙҙе бер нәмәгә лә мәжбүр итмәй. Ҡыҙыҡһыныу өсөн унда күрһәтелгән һылтанмалар аша үтеп, үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерә алаһығыҙ.

Хәбәрҙе саҡырыуҙан нисек айырырға?

Электрон көн тәртибе ҡағыҙҙан бер нисек тә айырылмай, шулай уҡ документтың дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн кәрәкле цифрлы ҡултамға бар.

Фото: https://ya.ru/images/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас