+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Августа 2025, 06:05

Салауат Мөхәмәтйәровты ҡотлайбыҙ

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәтйәров халыҡ-ара «Алдын согун» («Алтын уҡ») эстрада йыры бәйгеһендә I премияға лайыҡ булды.

Салауат Мөхәмәтйәровты ҡотлайбыҙСалауат Мөхәмәтйәровты ҡотлайбыҙ
Салауат Мөхәмәтйәровты ҡотлайбыҙ

Тәүге тапҡыр ойошторолған конкурс Ҡыҙыл ҡалаһында (Тыва Республикаһы) үтте.  Тываның атҡаҙанған артисы Аяс Данзырын иҫтәлегенә һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды ул.

Йыр бәйгеһендә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Тыва, Алтай, Бүрәтстан, Ҡалмыҡстан, Хакасия һәм Башҡортостан) 20 башҡарыусы ҡатнашты. Салауат Мөхәмәтйәров «Уралым» һәм «Авай» халыҡ йырҙарын башҡарҙы.

«Тыва тамашасылары мине көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Уларҙың телендәге йырҙы башҡарғандан һуң зал мине сәхнәнән ебәрергә теләмәне, бына шулай була икән халыҡ һөйөүе», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Салауат Мөхәмәтйәров.

Сығанаҡ: bash.bashinform.ru/news/

Автор:
Читайте нас