+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Август 2025, 12:12

Урынығыҙ ожмахта булһын, Хәлил Хәйҙәр улы!

Эйй, ғүмер тигәнең... Шаулап-гөрләп, журналыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеп ятҡанда, ауыр хәбәр алдыҡ. Беҙҙең ветераныбыҙ, 40 йыл (1977–2017) ғүмерен  сатира һәм юмор журналы “Һәнәк”кә бағышлаған коллегабыҙ, хеҙмәт ветераны Хәлил Хәйҙәр улы Әхтәмов ағайыбыҙ ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы. Күптән түгел генә ҡунаҡҡа килгәйне. Бергәләп сәй эстек. Тос фекерҙәре, мәрәкәләре, редакция тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп, көлдөрөп, эшкә дәртләндереп тороусы көләкәс рәссамыбыҙҙың башҡаса беҙгә килеп, хәлебеҙҙе белмәүенә һис тә ышанырлыҡ түгел. Йәнең йәннәттә булһын, Хәлил Хәйҙәр улы! Еңгәйҙең, балаларығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Урынығыҙ ожмахта булһын, Хәлил Хәйҙәр улы!Урынығыҙ ожмахта булһын, Хәлил Хәйҙәр улы!
Урынығыҙ ожмахта булһын, Хәлил Хәйҙәр улы!

Хәлил ӘХТӘМОВ: “Бер ойошмала автоколонна рәссамы булып эшләп йөрөһәм, мин һүрәттәремде ебәреп, хеҙмәттәшлек иткән республика сатира һәм юмор журналы – “Һәнәк”тең ул саҡтағы баш мөхәррире Марат Кәримов саҡыртты. – Беҙгә рәссам кәрәк. Эшкә киләһеңме? – тип һораны. – Эйе, – тинем, – ҡасандан алаһығыҙ? – Иртәгәнән. – Ярай. – Дипломың бармы?... – Бар...” Эшкә килдем, ағайҙарҙан эшкә өйрәндем, ябай хеҙмәткәрҙән алып, баш мөхәррир урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт юлы үттем, әммә бер тапҡыр ҙа дипломыңды килтереп күрһәт тип талап итеүсе булманы. Дипломым өйҙә ята бирҙе. Дүрт йыл буйына уҡымағанда ла булған икән.

Урынығыҙ ожмахта булһын, Хәлил Хәйҙәр улы!
Урынығыҙ ожмахта булһын, Хәлил Хәйҙәр улы!
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас