+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2025, 05:20

"Башҡорт аты"нда "Изге подписка" акцияһы башланды

Бөгөн, 6 сентябрҙә, Баймаҡ районының Граф күлендә үткән фестивалдең һәр ҡунағы үҙенең туғандарына, дуҫтарына, хәрби хеҙмәттә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә йәки мохтаждарға гәзит-журналдарға яҙылыу бүләк итә ала. Акцияла урыҫ, башҡорт, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәрендә сыҡҡан 146 дәүләт баҫмаһы ҡатнаша. 

"Башҡорт аты"нда "Изге подписка" акцияһы башланды"Башҡорт аты"нда "Изге подписка" акцияһы башланды
"Башҡорт аты"нда "Изге подписка" акцияһы башланды

Акцияла ҡатнашыу шарттары бик ябай. Беренсенән, "Изге яҙылыу" стендын табығыҙ. Ул ошо нөктәлә урынлашҡан: 52.715161,58.658308https://yandex.ru/maps/?whatshere%5Bzoom%5D=17&whatshere%5Bpoint%5D=58.658308%2C52.715161 Икенсенән, баҫманы һайларға һәм 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылығыҙ. Өсөнсөнән, акция стенды фонында селфи төшөп, уны социаль селтәрҙәге битегеҙгә #Изге_яҙылыу хэштегы менән ҡуйығыҙ. Дүртенсенән, изге эштәр күбәйһен өсөн акцияла ҡатнашыу эстафетаһын дуҫтарығыҙға йәки таныштарығыҙға тапшырығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас