+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2025, 05:55

Ҡар яуыуы көтөлә, ти...

Республикаға килгән йәйге йылы оҙаҡҡа барманы.  Бөгөндән алып, Көньяҡ Уралға төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын һауа яҡынлаша.

Ҡар яуыуы көтөлә, ти...Ҡар яуыуы көтөлә, ти...
Ҡар яуыуы көтөлә, ти...

Арктик фронт үтеү менән һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +11,+16° тиклем түбәнәйә, көньяҡта +20,+25° йылы һаҡлана.

Аҙна аҙағында һалҡын һауа торошо, урыны менән 0, -5° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +5, +10°. Шулай уҡ аҙнаның икенсе яртыһында ямғыр яуыуы фаразлана.

Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында аҙна һуңында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә синоптиктар.

Автор:
Читайте нас