

Шишәмбе, 30 сентябрҙә, төндә көнсығышта бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшә -3, -8°, көндөҙ һауа +6, +11° тиклем йылына.
Шаршамбы, 1 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -5° тиклем, көндөҙ +8, +13°.