

Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Башҡорт академия драма театрында, Ырымбур өлкә театрында, "Сатирикон" театрында әйҙәп барыусы актер була, Башҡорт академия драма һәм Салауат ҡалаһы театрҙарына етәкселек итә.