+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2025, 09:05

Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар, шәп яңылыҡ: "Һәнәк"тең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы юғарыла ултырған ағайҙар беҙгә шәп бүләк яһаны:  2026 йылдың беренсе ярты йыллығына, сәпсим осһоҙ хаҡҡа ғына яҙылырға була. Быға тиклем журналды алдырыу 628 һумға төшһә, киләһе миҙгелгә "Һәнәк"ле булыу өсөн  452 һум та етә (әле бында пенсионер ташламаһы иҫәпләнмәгән).  Шулай уҡ 1 – 11 октябрҙә һәм 3 – 13 декабрҙә ташламалы декада ла үтәсәк. Был осорҙа “Һәнәк”кә яҙылыу бөтөнләй арзаная - 437 һум (+пенсионер ташламаһы).  Шәп бит, ә! Индексыбыҙ - П2764.  

Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!
Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!

2026 йылдың беренсе ярты йыллығында журналды алдырыр өсөн почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була. Ә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһы буйынса өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин.

Йыл һайын нәшриәт йорто ла лотерея үткәрә. Йәнегеҙ теләгән ике баҫмаға яҙылып, квитанцияларын 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се кабинет адресы буйынса ебәрһәгеҙ, иҫ киткес шәп бүләктәр оторға була. “Яҙыл да бүләк от!” акцияһы” тип өҫтәргә һәм телефон номерығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ебәрергә була. Ғинуар айына тиклем ҡабул итәләр. Еңеүселәрҙе БСТ каналы аша беләсәкбеҙ.

Автор:
Читайте нас