+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2025, 06:20

Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе вафат

Донъяға билдәле артистарҙың Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе Тәскирә Абдразаҡова 79-сы йәшендә донъя ҡуйған.

Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе вафатАсҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе вафат
Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе вафат

Таскирә Нәғимйән ҡыҙы Абдразаҡова 1946 йылдың 25 октябрендә Өфөлә тыуған. Педагогия училищеһының художество бүлеген тамамлағас, 1976 йылға тиклем театрҙың художество оҫтаханаһында декоратив биҙәү рәссамы булып эшләй. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы художество советында була.

Әммә уның тормошонда ғаиләһе төп урынды биләй. Ғүмер юлдашы – башҡорт кино сәнғәтенә нигеҙ һалған, милли мәҙәниәтте һаҡлауға тос өлөш индергән Әмир Абдразаҡов, хәҙер «Башҡортостан» киностудияһы уның исемен йөрөтә. Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы Әмир Ғабделмән улының фильмдарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Абдразаҡовтар Асҡар һәм Илдар исемле улдар тәрбиәләп үҫтергән, уларҙа Тыуған илгә, үҙ халҡына һәм музыкаһына һөйөү тәрбиәләгән. Студент йылдарында уҡ ағалы-ҡустылы халыҡ-ара конкурстарҙа үҙҙәрен танытып өлгөрҙө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әмир Ғабделмән улы 2008 йылдың мартында арабыҙҙан китте, улдарының тарихы тураһында «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡалды.  

«Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы интеллигентлы, әүҙем, үҙ-үҙенә ышанған ханым ине. Әхлаҡи сәләмәтлек, бер-береңде хөрмәт итеп йәшәү ғаиләлә төп тормош йүнәлештәре булды. Ул улдарының тормошо менән бик ҡыҙыҡһынды, сабыр холоҡло, компромисслы ҡарарҙар таба белде. Улдары әсәләрен тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала», — тиҙәр уның хаҡында.

Тәскирә Абдразаҡова «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнгән.

 

Автор:
Читайте нас