+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2025, 07:25

Рәдис Ноғомановҡа – юғары награда

“Өмөт” гәзитенең баш мөхәрриренә был награданы Ил Башлығы үҙе бирҙе. Ватан журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле, уңышлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды ул был исемгә.

Рәдис Ноғомановға – юғары наградаРәдис Ноғомановға – юғары награда
Рәдис Ноғомановға – юғары награда

Рәдис Ғилуан улы үҙенең эш юлын “Һәнәк” журналында башлап ебәргән кеше. Ике йыл журналда фельетонсы-хәбәрсе вазифаһын башҡара.

Хөрмәтле коллегабыҙҙы “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” исеме бирелеү уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!  

 

 

Автор:
Читайте нас