

Ғәҙәт буйынса журнал уҡыусыларыбыҙ араһында “Яҙыл да бүләк от” уйынын үткәрәбеҙ. Бының өсөн "ҺӘНӘК"кә яҙылып, квитанция күсермәһен ошо ватсап һандарына: 8-9371699624, 8-9273297263 ебәрергә була. Ябай хат менән дә мөмкин.
Адресыбыҙ: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 9- ҡат. Беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙгә, йә электрон почтаға (henvil@yandex.ru) һалығыҙ. Әгәр туранан-тура үҙебеҙгә мөрәжәғәт итһәгеҙ, 422 һумға яҙҙыртасаҡбыҙ.
Шулай итеп, "Һәнәк"кә ярты йылға яҙылған кешегә бүләккә: “Fiero Hi” (Алиса) аҡыллы колонка, “Aceline” электр сәйнүк, “Aceline” портатив колонка, “Dexp” парлы портатив утек, 128 Гб USB флешкаһы уйнатабыҙ. Ошоларға өҫтәп, редакциянан да бер нисә дәртләндереү бүләге буласаҡ. Йәгеҙ, кем өлгөр!
Йыл һайын нәшриәт йорто ла лотерея үткәрә. Йәнегеҙ теләгән ике баҫмаға яҙылып, квитанцияларын 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се кабинет адресы буйынса ебәрһәгеҙ, иҫ киткес шәп бүләктәр оторға була. “Яҙыл да бүләк от!” акцияһы” тип өҫтәргә һәм телефон номерығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ебәрергә була. Ғинуар айына тиклем ҡабул итәләр. Еңеүселәрҙе БСТ каналы аша беләсәкбеҙ.