+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2025, 06:50

Ер урынына аҡса алырға мөмкин

Башҡортостан хөкүмәте 2026 йылда мөмкинлеге сикле балаһы булған ғаиләләр өсөн бушлай ер участкаһы урынына аҡса түләү тәжрибәһен дауам итергә ниәтләй.

Ер урынына аҡса алырға мөмкинЕр урынына аҡса алырға мөмкин
Ер урынына аҡса алырға мөмкин

Башҡортостанда хөкүмәт ҡарары проекты йәмәғәтселек фекер алышыуына сығарылды, ул 2026 йылда ғаиләләрҙең айырым категорияларына ер участкалары урынына аҡса алыу хоҡуғын оҙайта. 

Атап әйткәндә, ғәмәлдәге ҡарарҙы түбәндәге абзац менән тулыландырырға тәҡдим ителә: «2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыу хоҡуғына эйә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвалид бала тәрбиәләгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр, шулай уҡ өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы йәки 250 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Бушлай ер участкаһы алырға иҫәпкә тороу өсөн муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

Автор:
Читайте нас