

Ата-әсәләр был хәлдең ниндәй шарттарҙа килеп сыҡҡанын аңлата алмаған. "Табибтар пациентҡа таҙартыу һәм ялҡынһыныуға ҡаршы терапия билдәләп, хәлен биш көн дауамында күҙәткәндәр. Дауаланыу һөҙөмтәһендә таштар тәбиғи юл менән сыҡҡан, һәм баланың хәле яҡшырған", — тип хәбәр иткәндәр Ставрополь өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.