+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2025, 06:25

Пенсионерҙар һуңға ҡала күрмәгеҙ!

Хаҡлы ялдағылар федераль һәм төбәк ярҙам сараларын алыу өсөн ваҡытында ғариза бирергә тейеш.

Пенсионерҙар һуңға ҡала күрмәгеҙ!Пенсионерҙар һуңға ҡала күрмәгеҙ!
Пенсионерҙар һуңға ҡала күрмәгеҙ!

Айырым алғанда, федераль ташламаға эйә булыусылар тейешле социаль хеҙмәттәрҙе аҡсалата алырға мөмкин. Был йыйылмаға рецепт буйынса дарыуҙар һатып алыу, дауаланыу урынына барыу өсөн транспортта түләү һәм шифахана-курорт дауаланыуы кергән.

Шулай уҡ, хаҡлы ялдағылар берәй күсемһеҙ милек объекты буйынса милеккә һалымдан азат ителә ала. Һалым ташламаларын алыу өсөн ағымдағы йылдың 1 ноябренә ҡәҙәр Федераль һалым хеҙмәтенә объектты күрһәтеп, ғариза бирергә кәрәк, ти белгес.

70 йәштән өлкәнерәк пенсионерҙар капиталь ремонт сығымдарын ҡаплауға субсидия алырға мөмкин. Бының өсөн тәүҙә взнос түләргә, ә һуңынан компенсацияға махсус документтар бирергә кәрәк. Төбәк-ара дәрәжәлә башҡа ташламалар ҙа бар, мәҫәлән, адреслы социаль ярҙам, ул шулай уҡ ғариза буйынса бирелә.

Фото: https://www.grozny-inform.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас