Уҡыу йортоноң әҙәби клубы 1 сентябрҙә иғлан ителгән “Чтецкие программы” проектының лидерҙар исемлегенә инеү һөҙөмтәһендә ошондай сараны үткәреү мөмкинлеге тыуа. Валерия Ланская “Яңы мәҙәни тренд булараҡ уҡыу” темаһы буйынса сығыш яһаясаҡ. Сара “Общество” йәмғиәте, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән берлектә Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Башланғыстың төп маҡсаты – йәш рәсәйлеләр араһында уҡыуҙы популярлаштырыу, мәктәп уҡыусыларының үҫешенә ярҙам итеү, художестволы әҙәбиәт донъяһына ылыҡтырыу.
Арина Алекперова.
Фото: Рәсәйҙең “Знание” йәмғиәте.
https://panoramarb.ru/news/obshchestvo/2025-11-26/valeriya-lanskaya-vystupit-v-ufe-pered-shkolnikami-4483009?ysclid=mihooisgf6869427397