-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2025, 11:30

Аҙна уртаһына һыуыҡтар көсәйәсәк

Башҡортостанға был аҙна башында төньяҡ диңгеҙҙән һалҡын һауа үтеп инә башлаясаҡ. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -11, -16 градусҡаса төшә. Аҙна уртаһына һыуыҡтар норманан 5-9 градусҡа түбәнерәк буласаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.

Аҙна уртаһына һыуыҡтар көсәйәсәк
Аҙна уртаһына һыуыҡтар көсәйәсәк

Бөгөн Башҡортостанда ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, юлдарҙың айырым биләмәләрендә ҡар һырынтылары фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -10, -15 градус.

Шишәмбе, 16 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, аяҙытҡанда -23, көндөҙ - 10, -15 градус.

17 декабрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, аяҙытҡанда -23, көндөҙ -7, -12 градус.

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас