-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар , 16:00

Мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға?

Һуңғы ваҡытта енәйәтселәрҙең кешеләрҙе законһыҙ ғәмәлдәргә йәлеп итеү, диверсияларға, яндырыуҙарға этәреү өсөн мессенджерҙар һәм телефон шылтыратыуҙары ҡулланыу осраҡтары йышайған.

Мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға?
Мутлашыусыларға нисек ҡаршы торорға?

Мутлашыусыларҙың схемалары бер төрлө: улар банк йәки махсус хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре тарафынан күрһәтелә, махсус операцияны үткәреүҙә ярҙам итеү һылтауы менән күрһәтмәне үтәүҙе талап итә йә булмаһа ҙур бүләк тәҡдим итә.

Енәйәтселәр бөтә мөмкин булған ысулдар менән файҙалана: шәхси мәғлүмәттәр, һаҡлыҡ тураһында мәғлүмәтте алдап ала, уларҙы үҙләштерә, кредит алырға мәжбүр итә. Артабан мәғлүмәтте файҙаланыпхәүефле заданиеларҙы үтәү өсөн ҡулланалар.

Шикле кешеләр менән аралашыуҙан ҡасырға һәм бындай осраҡтар тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәңәш итәбеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең номерҙарын, шулай уҡ балаларҙы енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙән һаҡларға ярҙам иткән ғәмәлдәрҙе карточкаларҙа уҡығыҙ.

#ФЦП_безопасность #ФЦП_кибербезопасность 

Автор:
Читайте нас