-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар , 14:25

Ҡаһарманлыҡтары мәңгеләштерелә

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә йөкләмә бирҙе. «Бына дүрт йыл инде МХО бара, республикабыҙ халҡы, махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ысын хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә. Әгәр был хаҡта мәғлүмәт һаҡланмаһа, теркәлмәһә, күп нәмә онотолорға мөмкин», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Ҡаһарманлыҡтары мәңгеләштерелә
Ҡаһарманлыҡтары мәңгеләштерелә

Шуға бәйле Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә махсус операция йылдарында Башҡортостан халҡының ҡаһарман хеҙмәтен һәм хәрби батырлығын мәңгеләштереү буйынса саралар планын уйларға ҡушты. Йөкләмәне тормошҡа ашырыу менән киң мәғлүмәт саралары, МХО ветерандары ассоциацияһы вәкилдәренән торған махсус комиссия шөғөлләнә.

Геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау буйынса эш системалы алып барылырға тейеш, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:
Читайте нас