+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Ғинуар , 06:25

Трамвай-автобустарҙа юл хаҡы арта

Башҡортостанда 1 февралдән юл хаҡы арта, әммә льготалар һаҡлана. «Башавтотранс» ҡала автобустарында юл хаҡы — 46 һум, «Алға» картаһы менән түләгәндә 42 һум була. Ҡала-ара маршруттарҙа тариф бер километрға 4,6 һум тәшкил итәсәк. Шуныһы мөһим: льготалыларға индексация ҡағылмай.

Трамвай-автобустарҙа юл хаҡы артаТрамвай-автобустарҙа юл хаҡы арта
Трамвай-автобустарҙа юл хаҡы арта

*Берҙәм социаль юл йөрөү билетының хаҡы айына 600 һум (90 тапҡыр йөрөргә була) ҡаласаҡ. Был льгота менән 127 меңдән ашыу кеше файҙалана.

*МХО яугирҙәренә һәм күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусыларҙың балалары өсөн бушлай юл йөрөү мөмкинлеге һаҡланасаҡ.

Шулай уҡ «Алға» картаһы буйынса «Бәхетле сәғәт» акцияһы дауам итә, ул бер сәғәт эсендә бер билеттан өс тапҡыр күсергә мөмкинлек бирәсәк. 2019 йылдан  уның ярҙамында пассажирҙар 960 миллион һум самаһы аҡса экономиялаған. Республикала 2,1 миллиондан ашыу кеше юл йөрөүгә ташлама биргән «Алға» картаһы менән файҙалана.

Автор:
Читайте нас