

Бындай хоҡуҡтан уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусылар, опекундар һәм попечителдәр, тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр файҙалана ала. Шулай уҡ Рәсәйҙә даими йәшәүсе сит ил граждандары, гражданлығы булмаған кешеләр ҙә бындай түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы.
Пособие ғаиләгә ҡабул ителгән һәр балаға түләнә. Былтыр уны 1 202 ғаилә алған. Баланы уллыҡҡа алыу тураһында суд ҡарары көсөнә ингәндән һуң, опека һәм попечителлек органы ҡарары сыҡҡандан һәм баланы ғаиләгә ҡабул итеү тураһында килешеү төҙөлгәндән һуң алты ай дауамында пособие юллай алаһығыҙ. Ғаризаны Социаль фонд бүлексәһенә, Күп функциялы үҙәккә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бирергә була.Түләүҙәр тәғәйенләү тураһында ҡарар 10 эш көнө дауамында ҡабул ителә, аҡса биш эш көнө эсендә күсерелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.