— Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ, сағыу эҙ ҡалдырҙы, — тип билдәләне Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. — Ул ялҡынлы шағир, публицист ҡына түгел, оҫта тәржемәсе лә була. Юғары художестволы тәржемәләр аша донъя халыҡтары араһында дуҫлыҡ күпере һалына. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе изге бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ.
Һәр миҙалдың үҙ номеры бар. Тәүгеләрҙән булып наградаға лайыҡ булыусыларҙы киләһе айҙарҙа бүләкләү планлаштырыла.
Белешмә: Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов — башҡорт шағиры, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992 йыл, үлгәндән һуң), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988 йыл, үлгәндән һуң).
Сығанаҡ: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Яҙыусылар союзы