-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль , 10:00

Бер йылыта, бер һыуыта

Башгидрометүҙәктән яуым-төшөмдөң туҡтауы һәм йәнә бер нисә көн һыуытып алыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Төндә аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшәсәк, тиҙәр.

Бер йылыта, бер һыуыта
Бер йылыта, бер һыуыта

Бөгөн, 18 февралдә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -21 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -7, -12 градус буласаҡ.

Кесе йома, 19 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем. Көндөҙ һауа -5, -10 градусҡаса йылына.

 

Автор:
Читайте нас