-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль , 10:40

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Үзбәкстан делегацияһының Өфөгә сәфәре тураһында һөйләне. Баш ҡалабыҙға Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев етәкселегендәге делегация килгәйне. Яҡтар шулай уҡ берлектәге «Бекабад» технопаркы өҫтөндә эштәр барышын тикшерҙе. 2026 йылдың яҙында майҙансыҡта төҙөлөш-монтаж эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Башлығы проектты перспективалы булыуын әйтте.

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы
Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

«Хеҙмәттәшлектең мөмкинлектәрен оҙаҡ һәм ентекле тикшерҙек. Технопарк буйынса эштәр алып барырға тейешбеҙ, беҙҙең яҡшы мөмкинлектәр бар. Нимәләр тураһында һөйләшеп килешкәнбеҙ, барыһын да тормошҡа ашырырға кәрәк», – тине республика етәксеһе.

Проектты тормошҡа ашырыу барышы видео-конференц-бәйләнеш ярҙамында ла контролдә тотола, тип билдәләне ул. Үзбәкстан вәкилдәре менән киләһе видео-конференц-бәйләнеш 2 мартҡа билдәләнгән.

 

Автор:
Читайте нас