-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль , 11:40

МАХ-та больничныйҙы дистанцион ябырға мөмкин

MAX милли мессенжерында табибҡа яҙылыу буйынса сервис функционалын киңәйттеләр. Хәҙер ҡулланыусылар телемедицина консультацияһына яҙылырға ғына түгел, ә дистанцион рәүештә больничныйҙы ла яптыра ала.

МАХ-та  больничныйҙы дистанцион ябырға мөмкин
МАХ-та больничныйҙы дистанцион ябырға мөмкин

Яҙылыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре аша йәки СНИЛС һәм тыуған көн буйынса авторизацияланырға, белгесте һәм ваҡытты һайларға кәрәк. Консультацияға 15 минут ҡала пациент видео шылтыратыуға һылтама ала. Ҡабул итеү барышында табип менән хәбәрҙәр һәм файлдар алмашырға мөмкин.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һауығыуын раҫлағанда табип больничныйҙы дистанцион рәүештә ябырға хоҡуҡлы.

Фото: sever-press.ru

Автор:
Читайте нас