Алғы һыҙыҡҡа ебәрелгәнгә тиклем Артур Дүртөйлө районының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә эшләй. Өлөшләтә мобилизация ваҡытында йырсы Филүс Ҡаһиров репертуарынан “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарып, көтөлмәгән популярлыҡ яулай.
2024 йылда Артур Хәсәнов яуҙағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһенә лайыҡ була.