+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март , 13:15

+15° тиклем йылыта

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ысын мәғәнәһендә яҙғы һауа торошо көтөлә, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.

+15° тиклем йылыта
+15° тиклем йылыта

Бөгөн, 23 мартта, яуым-төшөмһөҙ, урыны менән томан. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8°, таулы райондарҙа +13°.

Шишәмбе, 24 мартта, шулай уҡ урыны менән томан, төндә һәм иртән боҙлауыҡ. Елдең йүнәлеше үҙгәреүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7°, урыны менән -12°, көндөҙ +6, +11°.

Шаршамбы, 25 мартта, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көньяҡтан талғын. Төндә +1, -4°, урыны менән -9°, көндөҙ +5, +10°, республиканың көньяғында +15°.

Автор:
Читайте нас