Бөгөн көндөҙ республикала көн оҙонлоғонда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +11,+16 градус.
Шишәмбе, 7 апрелдә, төндә бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, көндөҙ урыны менән саҡ ҡына ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +12,+17 градус.
Шаршамбы, 8 апрелдә, төбәктә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3,+2, урыны менән +7 була, көндөҙ+15, +20 градус.