

Иртәгә, 21 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +9, +14°.
Шаршамбы, 22 апрелдә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, төньяҡта ҡар ҡатыш ямғыр, епшек ҡар, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Төндә һәм иртән боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2°, көндөҙ +7, +12°, төньяҡта +2° тиклем.