+12 °С
Дождь
Яңылыҡтар
27 Апреля , 13:00

Олимпиада еңеүселәренә иғтибар булырға тейеш

— Миңә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этаптарында уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары тураһында ҡыуаныслы яңылыҡтар ебәреп торалар. Бөгөнгә беҙ сикте үттек, еңеүселәр һәм призерҙар былтырғыға ҡарағанда күберәк, — тине республика Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Олимпиада еңеүселәренә иғтибар булырға тейешОлимпиада еңеүселәренә иғтибар булырға тейеш
Олимпиада еңеүселәренә иғтибар булырға тейеш

Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, былтыр Башҡортостандан Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында 57 еңеүсе һәм призер булһа, быйыл улар 67-гә еткән, 70-тән дә артып китеүе ихтимал, сөнки ете предмет буйынса йомғаҡ яһалмаған.

Өфөнән тыш, еңеүселәр иҫәбендә райондар, шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм башҡа ҡалаларҙың вәкилдәре бар, тип билдәләне республика етәксеһе.

Ул мәғариф министрына олимпиадала ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын мөмкин тиклем тиҙерәк бүләкләргә ҡушты.

 
 
Автор:
Читайте нас