

Хеҙмәт эшсәнлеген 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971-73 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977-96 йылдарҙа Рәсәй Фередацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларын башҡара. 1966-99 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Уфа юридик институты башлығы, унан һуңғы ғүмере Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай менән бәйле. Оставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры.
Константин Толкачевтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.