+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
4 Мая , 06:13

Өс көнгә һауа торошо

Синоптиктар фаразы буйынса, киләһе көндәрҙә республика халҡын үҙгәреүсән һауа торошо көтә. Бөгөн, 4 майҙа, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18°.

Өс көнгә һауа торошоӨс көнгә һауа торошо
Өс көнгә һауа торошо

Шишәмбе, 5 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көньяҡта +10°, көндөҙ +15, +20°.

Шаршамбы, 6 майҙа, бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы +6, +11°, көндөҙ +17, +22°.

Автор:
Читайте нас