

«Миҙал махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә лайыҡлы өлөш индереүселәргә дөйөм һәм ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерә. Водителдәр, табиптар, төҙөүселәр, ирекмәндәр, дин әһелдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ышаныслы терәге.
Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн һәр ваҡыт ышаныслы терәк буласаҡбыҙ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәмдә эшебеҙҙең төп йүнәлешен билдәләнем – барыһы ла Еңеү өсөн!
Бөтә республика – предприятиелар, йәмәғәтселәр, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай барыһы ла – фронтҡа ярҙам итеүгә, азат ителгән биләмәләрҙә тыныс тормошто тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Меңләгән яҡташыбыҙ – мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем – посылкалар йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй һәм башҡаса ярҙам күрһәтә.
Алғы һыҙыҡта, фронт яны госпиталдәрендә яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән табиптар һәм фельдшерҙар алдында баш эйәбеҙ. Көстәрен йәлләмәйенсә, яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләгән шәфҡәт туташтарына һәм ирекмәндәргә айырым рәхмәт.
Тотош республика менән беҙ яугирҙәргә дөйөм ауырлығы 21 мең тоннанан ашыу булған 177 гуманитар ылау оҙаттыҡ, 2 мең автомобиль, 12 меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппараты тапшырҙыҡ. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ!
Еңеү көнөн яҡынайтҡан һәр кемгә рәхмәт», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы беренселәрҙән булып Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа тапшырылды.
Бөгөн шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, ҡотҡарыусылар, табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, меценаттар яңы дәүләт наградаһының беренсе кавалерҙары булды.
Белешмә
«Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек, шулай уҡ гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа ярҙам күрһәткән, махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы башҡарған өсөн тапшырыла.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-05-07/radiy-h-birov-t-g-bash-ortostandy-r-hm-tle-hal-ynan-mi-aldaryn-tapshyr-y-4654146