+15 °С
Ясно
Яңылыҡтар
2 Июня , 07:30

***

Ошо көндәрҙә журналыбыҙ менән даими хеҙмәттәшлек иткән авторыбыҙ, яҙыусы Закир Әҡбәров вафат булды. Закир Насир улы Әҡбәров 1947 йылдың 4 мартында Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында тыуған. Уға 79 йәш ине. Мәрхүмдең яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәне йәннәтә, гүрҙәре яҡты булһын Закир ағайыбыҙҙың. ҺАЙЫҪҠАН Мәҫәл Һайыҫҡанға ниҙәр булды?Вәғәҙәләр һибә генә: Имеш, ул депутат булһа,Ҡоштарға бәхет килә. Сәпсектәрҙең аҙығы, – ти,– Импорт тары буласаҡ,Ҡарғалар үҙ ояларын Тик мамыҡтан ҡорасаҡ.  

******
***

Туҡтауһыҙ себеш сығарған
Инкубатор яһатам.
Төйлөгәнгә себештәрҙе
Йәлләмәйенсә ашатам.
Насар сәхнә Һандуғасҡа
Юҡ-бар әрәмә талы –
Уға атап төҙөп бирәм
Айырым концерт залы!
…Һайлау үтте тыныс ҡына,
Әйләнмәне болаға,
Ҡоштар дәррәү һайланылар
Һайыҫҡанды Думаға.
Шунда ултыра Һайыҫҡан,
Ара-тирә шыҡырҙай,
Шыҡырҙауын шыҡырҙай ҙа,
Әммә бер ҙә эш ҡырмай.
Ҡыштар үтә, етә яҙҙар,
Яҙ артынан йәй етә.
Электорат вәғәҙәләрҙең
Үтәлеүҙәрен көтә…
***
Был мәҫәлдән йүнле фекер
Һығып та тораһы юҡ –
Һайыҫҡандың һүҙҙән үтеп
Бер эш тә ҡылаһы юҡ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас