+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Июня , 07:20

Ажиотаж тыуҙырмағыҙ тиҙәр...

Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәне. «Республикала 500-ҙән ашыу яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй. Уларҙың күбеһе яғыулыҡ етештереүселәр менән туранан-тура эшләй. Июнь айында яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәне һәм йыллыҡ план күрһәткестәре менән бер кимәлдә. Бөгөнгө хәлде иҫәпкә алып, был яғыулыҡ бөтә ил буйынса тигеҙ бүленә. Һуңғы көндәрҙә айырыуса бензинға һәм дизель яғыулығына ихтыяж артты. Ҡайһы бер осраҡта юғары ихтыяж ажиотажға килтерә, яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сират хасил була, хатта алыпһатарлыҡ һәм спекуляция осраҡтарын күҙәтәбеҙ, — тип хәбәр иттеләр БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан. 

Ажиотаж тыуҙырмағыҙ тиҙәр...Ажиотаж тыуҙырмағыҙ тиҙәр...
Ажиотаж тыуҙырмағыҙ тиҙәр...

 — Шуны әйтергә кәрәк, етештереүсе компаниялар "Прогресс", "Точка", UfaOil кеүек заправка станцияларын яғыулыҡ менән тәьмин итмәй. Был ҙур булмаған яғыулыҡ ҡойоу станциялары нефть өлкәһендәге күмәртә баҙарының ҡатнашыусыларынан яғыулыҡ һатып бала. Уларҙың һатыу хаҡы уртаса хаҡтарҙан күпкә юғарыраҡ.

Республика заправка станцияларында яғыулыҡ дефициты юҡ. Етештереүселәрҙең хаҡтары тотороҡло бер кимәлдә һаҡлана һәм контролдә тотола. Бөгөн яғыулыҡты республиканың заправка станцияларына бүлгәндә киләһе факторҙар иҫәпкә алына:

— рациональ территориаль бүлеү, юлда барған һәр водитель теләгән бер станцияла яғыулыҡ ҡойоп алыу мөмкинлегенә эйә;
— яғыулыҡҡа сират булмаһын өсөн торлаҡ йорттар күпләп урынлашҡан ерҙәге заправка станциялары етерлек күләмдә тәьмин ителә.

Хөрмәтле республика халҡы, хәлде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һәм түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыуығыҙҙы һорайбыҙ:
— машинағыҙға яғыулыҡты кәрәк булғанда ғына ҡойоғоҙ;
— яғыулыҡты транспорт сараһының багына тура ҡойоғоҙ;
— дәүләт органдарының һәм эре компанияларҙың рәсми мәғлүмәттәренә таянығыҙ.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2026-06-25/bash-ortostanda-ya-yuly-eteshtere-k-l-me-k-mem-ne-4657740

Автор:
Читайте нас